2022 йылдың 18-19 февралендә Екатеринбург ҡалаһының 107-се һәм Үрге Пышма ҡалаһының Б.С. Суворов исемендәге 1-се дөйөм белем биреү ойошмаларында Халыҡ-ара туған тел көнөнә һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған саралар ойошторола. Сара барышында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты һәм Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡытыусылары балалар өсөн милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты Гөлсөм Дилмөхәмәтова урындағы педагогтарҙы башҡорт телен өйрәнеү буйынса интерактив проекттар менән таныштыра. Бындай саралар 20 февралгә лә планлаштырылған. Силәбе өлкәһенең Үрге Уфалей һәм Нязепетровск ҡалалары. Нязепетровск ҡалаһында шулай уҡ урындағы үҙидара органы вәкилдәре менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын йыһазландырыу һәм уның артабанғы эшмәкәрлеге тураһында кәңәшмә үткәреләсәк.