+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2022, 18:00

#ГодКультуры #МәҙәниәтЙылы #рухиәт

Ҡандракүл быуаттар элек башҡорт ырыуҙары йыйын үткәргән урын -

Башҡорт мәҙәниәте йылы Туймазыла асылды

Шағирҙәр һәм яҙыусылар күргәҙмәһе, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары концерты, ҡубыҙсылар өсөн мастер-класс һәм "Бәйге. Ҡышҡы уйын" ярыштары менән Туймазы районында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухиәте йылы саралары асылды.

«Сараларҙың беренсеһе Туймазы районында үткәрелеүе осраҡлы түгел. Бындағы Ҡандракүл быуаттар элек башҡорт ырыуҙары йыйын үткәргән урын булды, ә әлеге заманда төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының билдәле узэге: бында "Оҙон көй", "Тылсымлы ҡурай моңдары" конкурстары үтә, "Хоровод дружбы" һәм этнофест төбәк кимәлендә лә дан яулаған», - тине асылышы тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

«Һәр бер мәҙәни сарала туймазылар әүҙем ҡатнашалар һәм йәштәрҙе лә быға ылыҡтыралар. Районыбыҙҙың һәр бер ауылында үҙешмәкәр ансамбльдар бар, клубтар эшләп бара», - тип райондарының мәҙәни потенциалын баһаланы район хәкимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Абсалямов.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_47517

 

#ГодКультуры #МәҙәниәтЙылы #рухиәт
#ГодКультуры #МәҙәниәтЙылы #рухиәт
Автор:
Читайте нас: