+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2022, 13:00

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә - ярты миллион һум!

Клуб мөдире лә, шулай уҡ тиҫтәләп төр түңәрәктең етәксеһе лә ул.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә - ярты миллион һум!
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә - ярты миллион һум!

Республикала «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендәге төбәк программаһы быйыл да тормошҡа ашырыласаҡ. Былтыр был мөмкинлек менән 60 белгес файҙаланған. Шуларҙың береһе Иглин районы Ҡаҙаяҡ ауылында йәшәй. Әйткәндәй, «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы Рәсәй төбәктәре араһында тик Башҡортостанда ғына алып барыла. 

Ләлә Богатенкова хаҡлы ялдағыларға өйҙә ултырырға ирек бирмәй. Ауыл мәҙәниәт йортонда ул һәр кемгә теләгән шөғөлөн табырға ярҙам итә. Земфира Ҡәнзәфәрова ла гармунда бала сағынан уйнай. Атаһы өйрәткән көйҙәрҙе бөгөн мәҙәниәт учреждениеһында иҫкә төшөрә.

Ололар йыр түңәрәгенән ҡайтыуға, бейеүгә мәктәп уҡыусылары ла килде. Хореографияны Ләлә Богатенкова үҙе алып бара. Ғөмүмән, ул клуб мөдире лә, шулай уҡ тиҫтәләп төр түңәрәктең етәксеһе лә булып тора. Бар эштәрҙе лә күңел ҡушыуы буйынса башҡара.

- Беҙҙә аҙнаның һәр көнө яҙылған. Ауылдағыларға урында бар шарттар тыуҙырылған. Шуға ла улар күңеленә яҡын шөғөлөн таба ала тип әйтә алам. Ниндәйҙер яңылыҡ та индермәй ҡалмай. Тормош иптәшемдән уңдым. Шуға ла Өфөнән ауылға ҡайтыуыма үкенмәйем. Эшемдән ҡәнәғәтмен, - ти Ләлә Богатенкова, Ҡаҙаяҡ ауылы мәҙәниәт йорто мөдире

Ләлә Богатенкова Ҡаҙаяҡ ауылы мәҙәниәт йортона  «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» төбәк программаһы буйынса эшкә урынлаша. Уға торлаҡ алыу өсөн дәүләттән 500 мең һум күләмендә матди ярҙам бүленә.

Ләлә Александровнаның тормош иптәше лә мәҙәниәттән алыҫ китмәгән. Төҙөлөш тармағында эшләүенә ҡарамаҫтан, музыканы үҙ итә. Уйын ҡоралдарында уйнау һәләтен уға ҡасандыр ауыл мәҙәниәт йортон етәкләп, хаҡлы ялға сыҡҡан атаһы өйрәткән.

Шуға ла кистәрен дә йәш ғаилә йыр-моң менән бергә уҙғара. Әйткәндәй, дәүләт ярҙамын былтыр республикала 60 мәҙәниәт хеҙмәткәренә күрһәтелгән. Ауыл ерлегендә тармаҡты үҫтерерҙәй йәш көстәрҙе йәлеп итеү өсөн 500 мең һум аҡса быйыл бүленер тип көтөлә. 

     Азат Ғәлиуллин

Автор:
Читайте нас: