+29 °С
Ясно
Новости
16 Февраля 2022, 08:31

«Китап бүләк итеү ҙә бит - бәхет Китап ҡәҙерен белгән кешегә»

Башҡортостанда Туған тел көнөнә арналған акция башланды.

«Китап бүләк итеү ҙә бит - бәхет  Китап ҡәҙерен белгән  кешегә»«Китап бүләк итеү ҙә бит - бәхет  Китап ҡәҙерен белгән  кешегә»
«Китап бүләк итеү ҙә бит - бәхет Китап ҡәҙерен белгән кешегә»

15 февралдән 21-нә тиклем Туған тел көнөнә арналған саралар барышында Башҡортостанда «Дуҫыңа туған телдә китап бүләк ит» акцияһы ойошторолған. Акцияның девизы - Рәми Ғариповтың «Китап бүләк итеү ҙә бит - бәхет / Китап ҡәҙерен белгән  кешегә» шиғырындағы юлдар («Дарить книгу – тоже счастье / Тому, кто цену книгам знает»).

Сараның маҡсаты - туған телдәрҙә китап уҡыуға киң аудиторияны йәлеп итеү, ҡағыҙҙа баҫылған баҫмаларҙы популярлаштырыу, яуаплылыҡ һәм китапҡа хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү. Акция сиктәрендә ҡатнашыусылар бер-береһен китап уҡырға илһамландырып, үҙҙәренең яратҡан китаптарын бүләк итә. Социаль селтәрҙәрҙә сара   #подарикнигу народномязыке хештегы менән яҡтыртыла, унда ҡатнашыусылар был китап нисек иғтибарҙы йәлеп итеүе һәм ни өсөн уны башҡаларға уҡырға кәрәклеге хаҡында һөйләй. Акцияны Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте дәррәү күтәреп алды. Улар республика мәктәптәренә ҡиммәтле энциклопедик һәм академик баҫмаларҙы бушлай тапшырҙы. Сараға шулай уҡ төрлө органдар һәм ведомстволарҙың дәүләт хеҙмәткәрҙәре, белем биреү ойошмалары етәкселәре, уҡытыусылары ҡушылды. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы барлыҡ теләүселәрҙе "Дуҫыңа туған телдә китап бүләк ит" республика акцияһына ҡушылырға саҡыра.

Акцияны Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо.

 

Автор:
Читайте нас