

* Башҡорт музыка сәнғәте алиһәһе, һирәктәрҙең генә өлөшөнә төшкән талант эйәһе - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Флүрә Әхмәтша ҡыҙы Килдейәрова.
* Башҡортостандың халыҡ артисы Нәғим Нурғәлин.
* Беренсе башҡорт мистик «Ышан» сериалының ҡуйыусы режиссеры Әдилә Һунарғолова.
* Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актерҙары – Башҡортостандың халыҡ артисы Физәлиә һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Рәхимовтар.
* «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Ашҡаҙар» радиоһында өлкән мөхәррир вазифаһын башҡарып, матур эстәлекле, бай йөкмәткеле тапшырыуҙар әҙерләүсе, «Бәйләнештә» селтәрендә «Ашҡаҙар» – моңло радио» һәм шәхси «Хазина» төркөмдәрен уңышлы алып барып, халҡыбыҙ күңелен йыр-моң, уй-ғәм һәм рухи аҙыҡ менән байытыусы Зилиә Вәлиулла ҡыҙы Шәймәрҙәнова.
* Халыҡсан телле йәш шағир, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, төрлө тамашаларҙы һәм сараларҙы ихлас алып барыусы, шулай уҡ байтаҡ популяр йырҙарҙың һүҙҙәренең авторы, ғалим – фәлсәфә фәндәре кандидаты Нурлан Ғәниев.
* Ихлас сығыштары менән тамашасылар күңелен арбап, моңло йырҙары, өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнауы менән бер кемде лә битараф ҡалдырмаған йырсы Сәит Билалов.
* «Ябай малай» Йәмил Баймырҙин.
* Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе шағирә, «Сәсән» ижади ойошманың етәксеһе Әлфиә Агеева.
* Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мәләүез районы Ергән ауылы уҙаманы Тәлғәт Мөхәмәҙуллин.
* Мәсетле районының һоҡланғыс шәхесе, тыуған еренә, иленә, теленә ғашиҡ булған һәләтле артист, оҫта ҡумыҙсы, баянсы, йырсы Энгельс Ғәлиәкбәров.