+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2022, 09:52

Радий Хәбиров Өфөлә Шаляпин һәм Кире ҡайтарылған исемдәр музейҙарын асыуҙы тиҙләтергә ҡушты

-

Дүшәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Өфөлә танылған йырсы Федор Шаляпин музейын һәм Кире ҡайтарылған исемдәр музейын ойоштороу мәсьәләһен тиҙерәк хәл итергә ҡушты.

«Шәмбе Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейында поляр экспедицияла ҡатнашыусылар менән аралаштым. Унда тағы ике бинабыҙ бар. Беҙ шунда ике музей асырға ҡарар иттек. Эштәрҙең алға барыуын һиҙмәйем», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Ул хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаровҡа вице-премьер Азат Бадранов һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән бергә кәңәшмә уҙғарырға ҡушты.

«Унда финанс мәсьәләһе. Мин ошо йәһәттән бойороҡ бирҙем. Шаляпин музейын ойоштороу эшен башларға тейешбеҙ. Икенсенән, мин Кире ҡайтарылған исемдәр музейын (теге йәки был сәбәптәр арҡаһында онотолған йәки улар хаҡында аҙ билдәле булған кешеләр тураһында) ҡарауҙы һорайым. Эш барһын өсөн финанслау мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Был бик мөһим!», — тине Башҡортостан Башлығы.

Автор:Ләйлә Аралбаева
 
https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-02-14/radiy-h-birov-f-l-shalyapin-m-kire-aytaryl-an-isemd-r-muzey-aryn-asyu-y-ti-l-terg-ushty-2692497
Радий Хәбиров Өфөлә Шаляпин һәм Кире ҡайтарылған исемдәр музейҙарын асыуҙы тиҙләтергә ҡушты
Радий Хәбиров Өфөлә Шаляпин һәм Кире ҡайтарылған исемдәр музейҙарын асыуҙы тиҙләтергә ҡушты
Автор:
Читайте нас: