«Ауыл табибы», «Ауыл уҡытыусыһы», «Ауыл тренеры» программаларына үткән йыл аҙағында «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән юлдар ҙа өҫтәлде. 2021 йыл аҙағында старт алған программа сиктәрендә алты тиҫтәгә яҡын мәҙәниәт белгесе ярты миллион һум күләмендә бер тапҡыр түләнелә торған субсидия алыуға ирешкән.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ауыл мәҙәниәт йорто һәм музыка мәктәптәре шарттарында эшләү өсөн 300 белгес талап ителә. Шишмә районында «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы аша матди ярҙам алған белгес янында БЮТ каналының ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта енетекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Айҙар Басиров Шишмә районы мәҙәниәт йортона Кушнаренко районынан эшкә күскән. Өфө сәнғәт училищеһының халыҡ оркестры инструменттары бүлегенең баян класын тамамлаған белгес былтыр февраль айынан районда баянсы булып эшләй.
Ике тиҫтә йыл дауамында аккомпаниаторһыҙ йонсоған район артистары ауыл еренә эшкә килгән һәләтле баянсыны йылы ҡаршы алған. Баян менән оҫта эш итеүсе музыкант ҡурай, ҡыл ҡумыҙ һәм башҡа башҡорт халыҡ инструменттарын да эшендә оҫта ҡуллана. Йырсыларға виртуоз баянсы менән эшләү профессиональ кимәлдә үҙҙәрен раҫлау һәм үҫеү мөмкинлеген бирәсәк.
Районда бер генә мәҙәни сара ла баянсы Айҙар Басиров ҡатнашлығынан тыш үтмәй хәҙер. Оҫта оранжировкалаусы, бейеүсе, музыкант тағы ла ҙур проекттарға тотоноу, фольклор коллективтары өсөн оркестр ойоштороу теләге менән яна. Район мәҙәниәт бүлеге етәкселеге лә республикала «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы тормошҡа ашырылыуы төпкөлдәргә күпләп белгестәрҙе йәлеп итеп, халыҡҡа мәҙәниәтте яҡынайтырға булышлыҡ итәсәк, тип билдәләй.
Шишмә районына эшкә күскән мәҙәниәт хеҙмәткәре Илдар Басиров ғаиләһе «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» республика программаһында ҡатнашып ярты миллион һум күләмендә субсидия алған. Басировтар был аҡсаларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтәсәк. Программала шулай уҡ 50 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән ҡалаларға эшкә ҡайтыусы мәҙәниәт белгестәре лә ҡатнаша ала.
«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы эшләй башлау менән Башҡортостанда матди ярҙамды 60 кеше алған. Уларҙың икәүһе Шишмә районында эшләй. Башҡортостан Башлығы тәҡдим иткән программа федераль кимәлдә лә ҡабул ителеүе, ауылдарға күпләп мәҙәниәт белгестәрен эшкә ҡайтарыу мөмкинлеген бирәсәк.
Гүзәл Борханова