+16 °С
Дождь
Новости
10 Февраля 2022, 11:00

Башҡортостан юлдаш телеканалы киноархивын яҡшыртылған сифатта күрһәтәсәк

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы һуңғы бер нисә йылда архивты - нәфис һәм документаль фильмдарҙы һанлыға күсерә.

Башҡортостан юлдаш телеканалы киноархивын яҡшыртылған сифатта күрһәтәсәкБашҡортостан юлдаш телеканалы киноархивын яҡшыртылған сифатта күрһәтәсәк
Башҡортостан юлдаш телеканалы киноархивын яҡшыртылған сифатта күрһәтәсәк

Ике йыл эсендә 200-ҙән ашыу берәмек кино продукцияһы цифрлаштырылған.

Киностудия директоры Юнир Әминев һүҙҙәренсә, эш «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә алып барыла. Бының өсөн һанлы форматҡа махсус ҡорамал һатып алынған, ул видеоны 4К форматына алмаштыра ала.

- «Башҡортостан» киностудияһының тәүге 20 йыл эшләү дәүерендә бөтә материалдар ҙа плёнкаға  төшөрөлдө. Беҙҙә ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле, хатта уникаль  фильмдар фонды булдырылған. Билдәле булыуынса, кинопленка тышҡы факторҙарға бирешеүсән. Халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын бөтөнләйгә юғалтыу ҡурҡынысы бар ине. Шул рәүешле кинопленкала төшөрөлгән фильмдарҙы һанлы форматҡа күсереү башланды», - ти Юнир Әминев.

Рус һәм башҡорт телдәрендәге документаль фильмдар төбәктең үҙенсәлекле йылъяҙмаһы булып тора. Улар араһында - күренекле яҡташтар тураһында фильмдар. «Ишмулла Дилмөхәмәтов», «Зәйнәб Биишева», «Аҡмулла», «Мин - Салауат», «Фәйзи Ғәскәров», «Йомабай ҡурайы» һәм башҡа фильмдар күптән Башҡортостандың алтын мәҙәни мираҫ фондына индерелгән. Халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Рауил Бикбай, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков менән үҙенсәлекле осрашыуҙар кинотаҫмала мәңгегә төшөрөлгән. Хәҙер заманса форматтағы киностудия архивын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасылары ҡарай ала - телеканал уларҙы күрһәтә башлай.

- Киностудияның алтын фондын яңы сифатта бөтәһе лә баһалар тип ышанам. Башҡортостан юлдаш телеканалы тамашасылары ретро-фильмдарға, кинохроникаға  битараф булманы. Мәҫәлән,  хәҙерге Башҡортостандың тарихы тураһында «Үткән ғүмер» һәм «Беҙҙең йылдар» проекттары ун йылға яҡын популяр телетапшырыуҙар иҫәбендә ҡала. Йола буйынса беҙ киностудия йәки телевидение фондынан нәфис һәм документаль фильмдар күрһәткәндән һуң бик күп яуап алабыҙ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һанлы тапшырыуға күсеү менән архив материалдары һирәгерәк эфирҙа урынлаштырыла башлай. Был форматтарҙың үҙгәреүенә бәйле. Эфирҙа  тамашасы уларҙы яҡшы сифатта ҡараһын өсөн, беҙгә уларҙы үҙгәртергә тура килә, - тип һөйләне «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директорының телевидение буйынса урынбаҫары Шамил Ишемйәров. Шамил Ишемйәров әйтеүенсә, әлеге ваҡытта канал тағы ла бер проект - Өфөнөң 450 йыллығы өҫтөндә эшләй, унда телевидение һәм киностудия архивтары ла файҙаланыласаҡ.

«Башҡортостан» киностудияһында төрлө йылдарҙа төшөрөлгән нәфис һәм документаль фильмдар юғары сифатта күрһәтеләсәк. Улар 19 февралдән ял көндәрендә эфирға сығасаҡ.

 

Автор:
Читайте нас