-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2022, 09:00

«Яулыҡ - тыныслыҡ билдәһе»

Халыҡ-ара фестиваль онлайн-форматта эшен дауам итә һәм теләүселәрҙең барыһын да халыҡ ижады смартмобында ҡатнашырға саҡыра. Ҡатнашыу өсөн ошо шарттарҙы үтәргә кәрәк - 

«Яулыҡ - тыныслыҡ билдәһе»
«Яулыҡ - тыныслыҡ билдәһе»

«Фестиваль 5 февралдә Көйөргәҙе районында үтергә тейеш ине. Пандемияға бәйле сара яҙға күсерелде. Фестиваль социаль селтәрҙә эшләүен дауам итә, унда ҡатнашыусылар һаны көндән-көн арта», - тип һөйләне «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы»на Көйөргәҙе районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенең методик кабинет мөдире Рәғиҙә Нафиҡова.

«Яулыҡ - тыныслыҡ билдәһе» халыҡ-ара фестиваленең смартмобына теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн биш шарттың барыһын да үтәп сығырға кәрәк:

- фестивалдең Бәйләнештә һәм Facebook селтәрҙәрендәге рәсми төркөмөнә яҙылырға;

- ижади номерҙы горизонталь рәүештә төшөрөргә;

- видеояҙмала мотлаҡ яулыҡ ҡулланырға;

- видеояҙманың оҙайлығы 5 минуттан артмаҫҡа тейеш;

- ҡатнашыуға ғариза һәм һылтанманы «Халыҡ ижады смартмобы» тигән билдә менән электрон почтаның адресына ебәрергә.

Концерт номерҙарының видеояҙмалары түбәндәге хештегтар менән фестивалдең рәсми төркөмдәрендә урынлаштырыласаҡ: #МойПлатокМояРоссия #Смартмоб #ПлатокСимволМира #ПоддерживаюФестивальПлатка.

Бөтә ҡатнашыусыларға ла «Яулыҡ - донъя билдәһе» халыҡ-ара фестивале дипломдары тапшырыласаҡ, улар заявкаларҙа күрһәтелгән электрон почтаға ебәреләсәк.

Яулыҡ фестивале Рәсәйҙә тәүге тапҡыр 2020 йылда Башҡортостандың көньяғында уҙғарылды. Фестивалдең төп ойоштороусылары - Рус Православие сиркәүенең Салауат епархияһы, Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы хакимиәте, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы, Көйөргәҙе районының Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары берлеге.

     https://kulturarb.ru/

Автор:
Читайте нас: