-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2022, 09:00

7 февралдә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрындағы «UFTANMA» ижадханаһында Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы кисә була.

.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә тыуған. 2022 йылда республика етәксеһе указы менән уның 90 йыллығы билдәләнә, ҙур саралар планлаштырыла.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, «UFTANMA» ижадханына шағирҙың вариҫтары, актерҙар, Булат Йосоповтың «Рәми Ғарипов. Шағир көндәлеге» нәфис фильмы авторҙары, шағирҙың ижадын һөйөүселәр саҡырылған. Йәштәр театры актерҙары башҡарыуында Рәми Ғариповтың шиғырҙары һәм уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғырай.

Санитар-эпидемиологик хәлдең тотороҡһоҙ булыуына бәйле, тамашасылар һаны сикле. Сарала ҡатнашырға теләгәндәр һылтанма буйынса алдан теркәлергә тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-02-02/v-izhadhane-uftanma-vecher-posvyatyat-90-letiyu-narodnogo-poeta-bashkortostana-rami-garipova-2677340

Автор:
Читайте нас