Конкурста 25 ауыл ҡатнашты. Һәр ауылда эскелеккә ҡаршы төрлө профилактик саралар үткәрелде, ауыл халҡы араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса эштәр алып барылды, рейдтар уҙғарылды, алкоголгә, тәмәкегә, наркотиктарға бәйлелектән яфаланғандарға ярҙам күрһәтеү буйынса һәм башҡа саралар ойошторолдо. Конкурс сиктәрендә волейбол, баскетбол, хоккей буйынса спорт турнирҙары, «Сәләмәт йәшәү – үҙе бер бәхет» район фестивале, фольклор байрамдары, хоҡуҡ дәрестәре һәм башҡалар үтте.
https://vk.com/kurultaibashkir
Ойоштороу комитеты ағзалары ҡатнашыусыларҙың эштәрен даими баһалап торҙо. Комитет составына Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе һәм ағзалары Марат Әхмәтшин, Илнур Вәлиев һәм Анфиса Ишмөхәмәтова ингән. Улар ауылдар буйлап йөрөп, социаль селтәрҙәргә байҡау яһап, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән эшмәкәрлек менән танышты. Күҙәтеүҙәр буйынса, был саралар бушҡа үтмәне, һөҙөмтәләр һиҙелерлек.
Коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы янағанға күрә «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсының муниципаль этабына онлайн форматта йомғаҡ яһалды. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне: «Сәләмәт, айыҡ тормош рәүешен хәстәрләү һәр саҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Алкоголь бер кемгә лә яҡшылыҡ килтермәй. Беҙ сәләмәт балалар үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу өҫтөндә төрлө яҡлы эш алып барабыҙ, ә былар тик айыҡ, матур йәшәү һөҙөмтәһендә генә тормошҡа ашыуы мөмкин». Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марат Әхмәтшин ауыл биләмәләрендә айыҡ тормош тематикаһы буйынса күләмле эш үткәреүҙәре хаҡында бәйән итте. «Мәсетлеләр үҙ тәжрибәһендә сәләмәт тормошто данланы, эскелекте хурланы. Йәшел йыланһыҙ ҙа күңел асырға була икәнен иҫбатланы. Бары айыҡ тормошта ғына киләсәк бар. Сәләмәт кеше - хөрмәтле, ҡәҙерле, ҡиммәтле. Был иң ҙур бәхет һәм был донъяла һәр кемдең бәхетле йәшәргә хаҡы бар», — тине ул. Артабан еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Беренсе урынды һәм 30 000 һум премияны Яңы Мишәр ауылы яуланы. Нәҡ улар сараларҙы ҙур күләмдә үткәреүе менән хайран ҡалдырҙы. Бында башҡорт йолаларын бәпләп һаҡлайҙар, ошоға бәйле саралар үткәрәләр. Мәҫәлән, Хановтар йортондағы ҡаҙ өмәһе барышында «Иң оҫта ҡаҙ йолҡоусы» һәм «Иң оҫта ҡаурый һыҙҙырыусы» ярыштары үтте. Латиповтар ғаиләһендә үткән һуғым һуйыу йолаһы ла күптәргә оҡшаны. Гөрләп билмән байрамы уҙҙы. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ауылса ГТО, ауыл бәйгеләре ойошторолдо. Төрлө үҙенсәлекле флешмобтар — «Мин тартмайым, ә һин?» , «Хәмер эсмәй башҡорт, сәй эсә!», «Билмән бум» күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Ауыл халҡы талантлы һәм тырыш, сәмле булып сыҡты, сәләмәт тормош алып баралар. Айыҡ тормошто пропагандалау буйынсала бик күп эшбашҡаралар. Шулай итеп, Яңы Мишәр ауылы республика кимәлендә үткән «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсында район исеменән сығыш яһаясаҡ. 20 мең премия менән икенсе урынды Һабанаҡ ауылы яуланы. 15 000 меңлек сертификат менән өсөнсө урынды Буртаковка ауылы алды. «Иң дәртле ауыл» номинацияһында Тимербай ауылы еңеүсе тип табылһа, «Ижади ауыл» номинацияһында Кесе Ыҡтамаҡ ауылы еңеү яуланы. Уларға 7 меңлек сертификат тапшырылды.
Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА