Башҡортостанда тәүге тапҡыр 10-16 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Ныҡ бул» социаль медиаконкурсы уҙғарыла, тип хәбәр итте республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға арналған роликтар, вайндар һәм постерҙар 2022 йылдың 25 февраленә тиклем «Тамыр» балалар- үҫмерҙәр телеканалының «Бәйләнештә»ге төркөмөнә ҡабул ителә.
Офлайн-этап мартта ТВ-канал майҙансығында була (оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, контент булдырыу). Финал һәм еңеүселәрҙе бүләкләү 2022 йылдың июнендә Өфөлә үткәрелә.
«Ныҡ бул» «Айыҡ ауыл» республика конкурсы барышында, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында ойошторола.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-02/v-bashkirii-startoval-pervyy-molodezhnyy-konkurs-vaynov-i-posterov-ny-bul-2676890