-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2022, 09:00

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йәнә «Беҙ — Рәсәй» федераль проектында ҡатнаша.

Ансамбль илдең 13 ҡалаһында гастролдәр менән сығыш яһаясаҡ.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йәнә «Беҙ — Рәсәй» федераль проектында ҡатнаша.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йәнә «Беҙ — Рәсәй» федераль проектында ҡатнаша.

Проектты Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының «Беҙ — Рәсәй» программаһы сиктәрендә Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы «РОСКОНЦЕРТ» мәҙәниәт учреждениеһы тормошҡа ашыра. Программа сиктәрендә ғәскәровсылар Калининград, Силәбе, Пенза өлкәләрендә, шулай уҡ Удмурт, Мордовия республикаларында концерттар менән сығыш яһарға йыйына.

- Йыл һайын Росконцерт проекттарында теләп ҡатнашабыҙ. «Беҙ — Рәсәй» милли коллективтар гастролдәре» проекты ил буйынса коллективтың гастролдәр географияһын киңәйтте. Былтыр Төмәндән алып Кавказға, Ҡырымға тиклем әллә күпме концерт бирҙек. Быйыл проект сиктәрендә 13 концерт ҡуйырға уйлайбыҙ. Йәнә Калининградты яуларға өмөтләнәбеҙ, 2014 йылдан бирле унда булғаныбыҙ юҡ. Ансамблдең тарихы бай, үҙ ваҡытында Союзконцерттың гастроль планында ҡатнашҡан. Ансамблдең хәҙерге быуыны СССР-ҙың Дәүләт концерт-гастролдәр бюроһының вариҫы — Росконцерт менән хеҙмәттәшлеген дауам итә. Проектты тергеҙгән өсөн Мәҙәниәт министрлығына рәхмәт белдерәм, — тине Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры Алмаз Сәйетов.

2022 йыл Башҡортостандың дәүләт ансамбле өсөн бик иҫтәлекле , ансамбль коллективҡа нигеҙ һалған Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 110 йыл тулыуҙы билдәләй.

Фәйзи Ғәскәров (1912-1984) — Башҡортостандың беренсе профессиональ хореографы, балетмейстер, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, «Почет билдәһе» ордены кавалеры, уның исемен йөрөткән бөтә донъяға билдәле Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштороусы һәм тәүге художество етәксеһе. Бөгөн Ғәскәровтың исеме республиканың профессиональ бейеү сәнғәте үҫеше символы булып тора. Фәйзи Әҙеһәм улының ижады Башҡортостан һәм Рәсәй бейеү мәҙәниәтенең алтын фондын тәшкил итә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-01-27/ansambl-narodnogo-tantsa-im-fayzi-gaskarova-vystupit-s-gastrolyami-v-13-rossiyskih-gorodah-2670203

 

Автор:
Читайте нас: