-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2022, 11:00

Ҡурсаҡ театры ҡурсаҡ һымаҡ буласаҡ!

Реконструкциянан һуң ҡурсаҡ театрында 135 урынлыҡ бәләкәй тамаша залы, 40 урынлыҡ балалар кафеһы, музей, уйын бүлмәһе, балалар һәм уйын ижади студиялары барлыҡҡа киләсәк.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры төҙөкләндереүгә ябыла

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры төҙөкләндереүгә ябыла 30 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында (Октябрь проспекты, 158) реконструкция алдынан һуңғы «Знаменитый Незнайка» һәм «Гадкий утенок» спектаклдәре ҡуйыла. Был хаҡта учреждениеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Марттан алып ҡурсаҡ театры спектаклдәрен тамашасылар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залында һәм Өфө балалар филармонияһы сәхнәһендә ҡарай аласаҡ. Театрҙың яңы проекты бинаны яңыртыуҙы, уға төкәтмә төҙөүҙе, шулай уҡ биләмәне төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Реконструкциянан һуң ҡурсаҡ театрында 135 урынлыҡ бәләкәй тамаша залы, 40 урынлыҡ балалар кафеһы, музей, уйын бүлмәһе, балалар һәм уйын ижади студиялары барлыҡҡа киләсәк. Тергеҙеү эштәрен 2024 йылға тамамлау күҙаллана.

Фото - ufa1.ru

Ҡурсаҡ театры ҡурсаҡ һымаҡ буласаҡ!
Ҡурсаҡ театры ҡурсаҡ һымаҡ буласаҡ!
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас: