Эстрада йондоҙо “Беҙҙең хәстәрлек” волонтерҙар үҙәгендә граждандарҙан шылтыратыуҙар ҡабул итте, изоляцияла булған күп балалы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек илтеп тапшырҙы.
- Ирекмән эше бик яуаплы, күп көс һәм сабырлыҡ талап итә, - ти Рәдиф Зарипов. - Яңғыҙ ҡатындар, өлкән йәштәгеләр магазинға сыға алмайҙар. Минең уйлауымса, был бик кәрәкле, файҙалы проект. Киләсәктә лә шулай берҙәм булып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәргә насип итһен. Һаҡланғанды хоҙай һаҡлар, тиҙәр, һаҡланырға кәрәк. Әгәр ҙә ярҙам итергә мөмкинселек булһа, ярҙам итергә кәрәк инде.
“Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге 2020 йылдың мартында булдырылды. Ул республиканың 25 ойошмаһын берләштерә.
https://bash.news/bash