+15 °С
Ясно
Новости
27 Января 2022, 09:19

Башҡортостанда Корея көнө уҙғарыла

"Корея музыкаһының яңы йыл концерты" тамашаһына инеү ирекле. Тулыраҡ - 

29 ғинуарҙа Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостан Республикаһында Корея көнө үткәрелә. Сараны ойоштороусы – «Корея мәҙәниәтен үҫтереү һәм уға ярҙам үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы.

Корея көнө көнсығыш Яңы йылына тура килтерелә, ул ғәҙәттәгесә ҡышҡы ҡояш торошо көнөнән һуң икенсе яңы айҙа билдәләнә.

Программа ике өлөштән – концерттан һәм фуршеттан тора. Ҡунаҡтар алдында Көньяҡ Корея артистары һәм Башҡортостан музыканттары сығыш яһай. Кореяның халыҡ һәм заманса музыка әҫәрҙәре яңғырай. Сара һуңында ҡунаҡтарҙы Корея халҡының милли ризыҡтары һәм тәм-томдар көтә.

Инеү ирекле. Сара көндөҙгө 3-сө яртыла башлана. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 10 (сауҙагәр Чижов йорто).

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-01-27/f-l-t-ge-tap-yr-bash-ortostanda-koreya-k-n-u-aryla-2670154

Башҡортостанда Корея көнө уҙғарыла
Башҡортостанда Корея көнө уҙғарыла
Автор:
Читайте нас