+17 °С
Облачно
Новости
20 Января 2022, 07:08

"Ватандаш" журналына - 25 йыл

«Ватандаш» журналы сыға башлауға 25 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған сарала башҡорт матбуғаты, мәҙәниәте, әҙәбиәте, фәне өлкәһендә әүҙем эшләгән шәхестәр ҡатнашты. Уларҙың күбеһе журналда эшләп киткән, уны ойоштороуға һәм үҫтереүгә көс һалған.

"Ватандаш" журналына - 25 йыл"Ватандаш" журналына - 25 йыл
"Ватандаш" журналына - 25 йыл

– Ошондай журнал сығарыу хаҡындағы фекер 1995 йылдың 1-2 июнендә, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында, әйтелә, – тине, сараны асып, журналдың баш мөхәррир Рәшиҙә Мәһәҙиева. – Башҡорт донъяһын яҡтыртҡан, бөтә башҡорттарҙы берләштергән баҫма сығарыу зарурлығы тиҙ арала хәл ителергә тейешле мәсьәлә булараҡ күтәрелә. 1996 йылдың 26 ғинуарында Министрҙар кабинеты «Ватандаш» республика журналын сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Шул уҡ йылда тәжрибә булараҡ журналдың өс һаны сығарып таратыла, 1997 йылдан иһә ул ай һайын сыға башлай.

"Ватандаш"тың беренсе баш мөхәррире вазифаһына Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов тәғәйенләнә. Һуңынан төрлө йылдарҙа журналды Фәрит Әхмәҙиев, Азамат Юлдашбаев етәкләй. Әлеге ваҡытта был яуаплы йөктө филология фәндәре кандидаты, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева тарта.
Ҡәләмдәштәребеҙҙе иҫтәлекле ваҡиға, байрамдары менән ҡотлап, артабан да яңы артылыштар, уңыштар теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас