+29 °С
Ясно
Новости
19 Января 2022, 05:30

Салауат районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы ижади флешмоб старт алды.

Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Тулыраҡ - 

Салауат районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы ижади флешмоб старт алды.
Бәйге Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Рәми Ғарипов ижадына ҡарата иғтибарҙы арттырыу, туған телгә һәм мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла.

Флешмоб 12 февралгә тиклем барасаҡ. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Материалдарҙы komanda.21.00@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Видеояҙманы әҙерләүгә методик тәҡдимдәр:
- видеоны үҙегеҙ теләгән программала әҙерләргә мөмкин, мәҫәлән, Windows киностудияһы (Windows Movie Maker). Оҙонлоғо 4 минуттан артмаҫҡа тейеш.
- һәр видеояҙманың башында «инеш кадр» булырға тейеш, бында шиғырҙың исеме яҙыла. Шулай уҡ ҡатнашыусының һәм видео авторының исем-шәрифе, уҡыған (эшләгән) урыны, материалдарҙың сығанаҡтары (фотоһүрәт, тауыш, видеояҙма һ.б.) күрһәтелергә тейеш. Видеорәттә һүрәттәрҙең булыуы мотлаҡ түгел, әгәр булһа, ул 30 процентҡа тиклем тәшкил итергә тейеш. Эштең тышҡы матурлығы түгел, ә кешенең әҫәрҙе күңелен биреп, тасуири уҡыуы мөһим.

https://vk.com/agidel_rb?w=wall-160399505_21219

Салауат районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы ижади флешмоб старт алды.
Салауат районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы ижади флешмоб старт алды.
Автор:
Читайте нас