+19 °С
Облачно
Новости
18 Января 2022, 08:00

Йәштәр йортонда эш ҡайнай.

- Башҡорт мәҙәниәте менән бергә башҡа халыҡтарҙыҡын да күрһәтәбеҙ, - тиҙәр йәштәр.

Йәштәр йортонда эш ҡайнай.Йәштәр йортонда эш ҡайнай.
Йәштәр йортонда эш ҡайнай.

Өфөлә күптән түгел асылған Йәштәр йортонда (Пушкин урамы, 86) төрлө ҡыҙыҡлы, файҙалы саралар үтеп тора. Мәҫәлән, «Lingua сәғәт» тип аталғаны киң майҙан йыя башланы. Башҡорт халыҡ-ара йәштәр аралашыу клубы ул.

Инстаграмдағы төркөмдәрендә яҙыуҙарынса, әлегә ике осрашыу үткән. «Беҙҙең сарала иң мөһиме — аралашыу, башҡорт һәм инглиз телдәрендә һөйләшеү практикаһы, ҡатнашыусыларҙың шәхси танышыуы, — тип яҙа йәштәр. — Башҡорт мәҙәниәте менән бергә башҡа халыҡтарҙыҡын да күрһәтәбеҙ. Мәҫәлән, икенсе сессияға БДУ-ның «Сикварули» кавказ бейеүҙәре ансамблен саҡырҙыҡ».

Ошо икенсе осрашыуҙың лекция өлөшөндә «Экология» темаһына спикерҙар башҡорт һәм инглиз телдәрендә сығыш яһаған. Ғәмәли өлөштә аралашыу уйындары ойошторолған. Музыкаль тәнәфестә башҡорт, инглиз телдәрендә халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарғандар, башҡорт, кавказ, ғәрәп бейеүҙәрен өйрәнгәндәр.

«Туған башҡорт телендә һәм халыҡ-ара телдәрҙә аралашырға теләгәндәрҙе ихлас ҡабул итәбеҙ. Бында ижад майҙансығы ла бар», — ти йәштәр. Уларҙың башланғысында уңыштар теләйбеҙ!

     https://vk.com/kurultaibashkir

Автор:
Читайте нас