-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2022, 09:00

Башҡортостан һәм Татарстан тарихи ваҡиғаға эйә булған байрамды бергә уҙғарасаҡ

.

Башҡортостан һәм Татарстан тарихи ваҡиғаға эйә булған байрамды бергә уҙғарасаҡ
Башҡортостан һәм Татарстан тарихи ваҡиғаға эйә булған байрамды бергә уҙғарасаҡ

Башҡортостан һәм Татарстан Болғар ханлығы ислам динен ҡабул итеүҙең 1 мең 100 йыллығын билдәләй.

Кисә Республика Хөкүмәтендә вице-премьер Азат Бадранов Татарстан вице-премьеры Вәсил Шахразиев менән осрашты. Азат Бадранов фекеренсә, был тарихи ваҡиға тотош Евразия киңлегендә кешелек үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған. Ислам динен ҡабул итеү һәм таратыуҙа фиҙәҡәрлек күрһәткән башҡорт халҡы ла байрамдан ситтә ҡалмай. Вәсил Шахразиев әйтеүенсә, Болғар ханлығы ислам динен ҡабул итеүҙең 1 мең 100 йыллығын Башҡортостан менән бергә уҙғарыу дөрөҫ һәм урынлы.

Вәсил Шахразиев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары менән дә осрашты. Йылы һәм эшлекле шарттарҙа уҙған сарала Татарстанда башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген асыу мөмкинлектәре ҡаралды.

     https://bash.news/bash

Автор:
Читайте нас