Нуриман районы башҡорттары хәбәр итеүенсә, Красная Горка ауылында «Нуриман быймаһы» тигән спорт фестивале үткән.
Матур итеп биҙәлгән быймаларҙа Нуриман районының ун ғаиләһе төрлө уйындарҙа һынау тотҡан.
Балалар ысын күңелдән уйнаһа, ололар тырышып ярышҡан. Көслө яуған ҡар ҙа уларға ҡамасаулай алмаған.
Уйындар аҙағында бөтә ғаиләләр ҙә бүләкләнгән, барыһы ла күтәренке кәйеф менән таралышҡан.
https://vk.com/kurultaibashkir