Баймаҡ районы ,,Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы “Ҡорама ҡорау" район конкурсына йомғаҡ яһаны. Призлы урындар һәм номинациялар билдәләнде. 1-се урынды Өмөтбай ауылынан Миңлегөл Ҡужахмәтова яуланы.
- Шул тиклем яратам ҡорама ҡорорға. Уларҙан төрлө нимә эшләп була бит. "Охмахҡа юл" ҡорамаһын ҡораным, башҡорттарҙың кәрәҙлө балын да эшләп ҡараным, килеп сыҡты матур булып. Төрлө һындар, сәскәләр ҙә эшләп ҡараным. Инде йәштәрҙе, килен-киленсәктәрҙе өйрәтеп ултырам был һөнәргә, - тип һөйләне бәйгенең еңеүсеһе.
https://bash.news/bash