

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы өсөн - Рәсәй төбәктәрендә үҙенсәлекле мәҙәниәтебеҙҙе күрһәтеү өсөн шәп мөмкинлек. Ул күп төрлө һәм ғәйәт ҙур илебеҙҙең һәр субъектында үҙенең уникаль үҙенсәлектәренә эйә. Был беҙҙең өсөн бик ҡиммәт, төбәк ҡоролтайҙарының башланғыстарын да хупларбыҙ, ә федераль кимәлдә Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы һәм төбәк филиалдары менән тығыҙ эшләйәсәкбеҙ», - ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова.
Рәсәй Президенты Указында ҡарар халыҡ сәнғәтен популярлаштырыу һәм мәҙәни традицияларҙы, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын, этномәҙәни күп төрлөлөктө, барлыҡ халыҡтарҙың һәм этник берлектәрҙең мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау маҡсатында ҡабул ителде тиелә. Был Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә.