-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2022, 16:55

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы.

Иҫке Яңы йыл алдынан Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Журналистика һәр заманда ла иң мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы һөнәр булып ҡала, тип билдәләне ул.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы.
— Республикабыҙҙа ошо һөнәри байрам баҫма матбуғат, электрон киң мәғлүмәт саралары, телерадиокомпаниялар хеҙмәткәрҙәрен һәм йөҙҙән ашыу полиграфия предприятиелары, фирмалары коллективтарын берләштерә. Башҡортостан Республикаһының медиаструктураһы әүҙем үҫешә, беҙ яңы майҙансыҡтарҙы тиҙ үҙләштерәбеҙ, коммуникация каналдарын арттырабыҙ. Уҙған йыл халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге сағыу ваҡиғаларға бай булды. Журналистарыбыҙ республиканы киң мәғлүмәт сараларында лайыҡлы күрһәтте, интернет киңлектәрен уңышлы үҙләштерә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса матбуғат баҫмалары өсөн Һанлы медиамәктәп ойошторолдо. Ошо өлкә яҡшы перспективалар күрһәтә, беҙҙең бурыс – һанлы компетенцияларҙы йылдам темптар менән үҫтереү, матбуғатҡа яңылыҡ һәм медиа продукттары булдырыуҙан тыш, коммерция тәҡдимдәрен арттырыу мөмкинлеген биреү, — тине Максим Ульчев.

Журналистар 2021 йыл йомғаҡтары буйынса ижади конкурс еңеүселәренең дипломдары менән бүләкләнде. Уларҙы төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һөнәри байрамдары менән тәбрикләне. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе, күренекле яҙыусы Камил Йыһаншин, журналистарҙы ҡотлап, былай тине: «Тауҙарға йөрөгөҙ, сәйәхәт итегеҙ. Республикабыҙҙы иңләп сығыу өсөн өс ғүмер ҙә етмәй!».

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы алты конкурс йомғаҡтары буйынса бүләкләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Ксения Калинина терроризмға ҡаршы проблематика буйынса иң яҡшы журналист эше конкурсында еңеү яуланы. Агентлыҡ күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу конкурсында беренсе урынды алды.

Башҡортостандың Журналистар союзы ла киң мәғлүмәт сараларында һөҙөмтәле эшләгән һәм журналист эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан өсөн наградалар әҙерләгәйне. Республиканың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов журналистарҙы Почет грамоталары менән бүләкләне.

     https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-01-13/v-ufe-v-den-rossiyskoy-pechati-nagradili-zhurnalistov-2652806

Автор:
Читайте нас: