+17 °С
Облачно
Новости
13 Января 2022, 05:00

Башҡортостанда «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсы бара

Финалға нисә ғаилә үтәсәк, еңеүселәр һәм призерҙар ҡасан билдәле буласаҡ? - 

Башҡортостанда «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсы бараБашҡортостанда «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсы бара
Башҡортостанда «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсы бара

      Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конкурстың зона этабы онлайн-форматта Мәләүез, Туймазы, Тәтешле, Салауат райондарында, шулай уҡ Сибай, Нефтекама һәм Өфө ҡалаларында уҙғарыла. Жюри видеороликтарҙы ҡарағандан һуң, 2022 йылдың 10 февраленә тиклем финалсыларҙы билдәләргә тейеш.

     Конкурстың әлеге этабынан һуң республика турына үткән 21 ғаилә иғлан ителә. «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары 2022 йылдың 1 мартында «Етегән» байрамы — ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә билдәле була.

     https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-01-12/v-bashkortostane-prohodit-ii-otkrytyy-respublikanskiy-konkurs-obraztsovaya-bashkirskaya-semya-2651424

Автор:
Читайте нас