Өфөлә «Тамыр» каналы төшөргән яңы үҫмерҙәр сериалының исем туйы үтте. Ете бүлектән торған сериал Яңы йылдың өсөнсө ғинуарында башланғайны. «Тамыр» телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина сериалдың исеме есеменә тап килгәнен билдәләне. «Беҙ был сериалды йәш быуынға тәғәйенләнек. Тап ошо мәлдә үҙеңдең көсөңдө һынап ҡарайһың, оло тормошҡа табан аҙымдар яһайһың. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын — иң мөһиме үҙеңә ышанырға. Шуға ла беҙҙең ижади төркөмөбөҙ идеянан һәм сценарийҙан алып монтажына тиклем был фекер менән эшләне», — тине Гөлназ Фәрит ҡыҙы.
Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов Башҡорт мәҙәниәте йылының бындай телепремьера менән башланыуының әһәмиәтен әйтте: «Үткән йылдың 17 декабрендә Башҡорттар ҡоролтайы 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте йылы тип иғлан итергә ҡарар ҡабул итте. Яңы йылдың тәүге көндәре беҙгә ошондай ижад емешен бүләк итеүе — бик мөһим ваҡиға. Яңынан яңы әҫәрҙәр республиканың һәм халҡыбыҙҙың мәҙәни потенциалын күрһәтә», — тине Юлдаш Мөхәммәт улы.
«Республикабыҙ таланттарға ла бай, ижади төркөмдәребеҙ ҙә көслө. Үҫмерҙәр өсөн сериалдарыбыҙ (беренсеһе «Бирешмә») бының асыҡ билдәһе. Ошондай потенциал булғанда республикабыҙға балалар каналы ғына түгел, балалар һәм үҫмерҙәр киностудияһын да булдырырға кәрәктер», — тине билдәле кинорежиссер Булат Йосопов.
«Тамыр» студияһы бала һәм үҫмерҙәр өсөн ижад иткән иң яҡшы кадрҙарҙы туплаған. Был бер йыллыҡ ҡына эш түгел, әлбиттә. Беҙ әле оҙайлы хеҙмәттең һөҙөмтәһен баһалайбыҙ. Сюжеттары ҡыҙыҡлы, йәш артистары ла профессионал, оператор эше юғары кимәлдә, йыр-көйҙәре махсус был сериал өсөн яҙылған», — тине «Башҡортостан» киностудияһы етәксеһе Юнир Әминев.
https://kurultai.ru/ba/