Өфө дәүләт циркы – Рәсәйҙең дәүләт цирк компанияһының филиалы 1968 йылдың ноябрь айында асылған. Цирктың бинаһына ҙур ғына ремонт, реставрация талап ителә.
2017 йылда Өфөнөң Октябрьский районының суды цирктың авария хәлендәге ҡыйығы һәм көмбәҙе аҫтындағы бетон конструкциялары насар хәлдә булғаны өсөн, бинаны эксплуатациялауҙы тыйған.
2019 йылда Республика Башлығы Радий Хәбиров “Росгосцирк”тың етәксеһе Владимир Шемякин менән осрашыу барышындағы килешеүгә ярашлы, дәүләт компанияһы Өфө циркын реконструкциялауға 1 млрд һум аҡса бүләсәген белдергәйне.
Өфө циркының реконструкциянан һуң, ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына асыласағы билдәле булды.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан