Бина 1970 йылда УЗЭМИК заводы өсөн Мәҙәниәт һарайы итеп төҙөлгән. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, бинаны тапшырғандан бирле бер ниндәй ҙә ремонт эшләнмәгән булған. 2014 йылда филармонияның йылытыу, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системаһы төҙөкләндерелгән.
Филармонияны милли проект объекттары исемлегенә индереүгә өлгәшкәс, Федераль аҡсаға бина үҙе, электр уты һәм елләтеү, санузел системалары ремонтлана, витраждар, тәҙрәләр һәм ишектәр алмаштырыла. Бында уңайлы мөхит булдырыу буйынса ла саралар күрелгән: ишектәр - коляска менән үтә алырлыҡ итеп, электр күтәргестәр, санузелдарҙа таянғыстар ҡуйылған.
Яңы йыл бүләген - яңыртылған мәҙәниәт усағын тантаналы асыуҙа БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡатнашҡан. Улар башҡарылған эштәрҙең сифатын яҡшы тип баһалаған.
Әлеге ваҡытта филармонияла 28 ижади берләшмә эшләй, уларҙың 26-һында балалар шөғөлләнә.
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан