-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2021, 16:50

Республика Башлығы Радий Хәбиров:

Башҡортостанда Рәсәй кино фонды кеүек Кино фонды булдырыласаҡ - 

Республика Башлығы Радий Хәбиров:
Республика Башлығы Радий Хәбиров:

Республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрына Кино фондын булдырыу өсөн финанслауҙы күҙ уңында тоторға ҡушты.

     «28 декабрь — Халыҡ-ара кино көнө. Уҙған аҙнала беҙ кинематографистар менән осраштыҡ. Бөгөн башҡорт киноһы бар тип ышаныслы әйтә алабыҙ, ул бик ҡыҙыҡлы, сағыу. Ҡабул ителгән мөһим ҡарарҙарҙың береһе —  Рәсәй кино фонды кеүек Кино фондын булдырыу», — тип белдерҙе Радий Хәбиров бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

     Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итеүенсә, республика Башлығының кинематографистар менән осрашыуында 2022 йылдан башлап кино проекттарына йыл һайын 50-шәр миллион һум аҡсаны күҙ уңында тотоу  тураһында ҡарар ҡабул ителде.

     «Башҡортостан» киностудияһын йыл һайын заманса киноҡорамалдар менән йыһазландырыу, заманса кинотеатрҙар булмаған 14 муниципалитетта 2023 йылдың аҙағынаса яңыртылған кинозалдар асыу планлаштырыла.

     Өфөлә «Родина» кинотеатрының 70 йыллығына әҙерлек башлана. 2023 йылға ремонт эштәрен башҡарып сығыу бурысы тора.

     https://bash.bashinform.ru/

 

Автор:
Читайте нас