балалар «Щелкунчик», «Киреһенсә Яңы йыл», «Золушка», «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы», «Зәңгәр ҡош», «Айболит һәм Бармалей», «Чиполлино», «Аладдин» әкиәттәрен ҡарай ала. Ә ололар өсөн киске ваҡытҡа планлаштырылған “Ҡыш бабай менән Дед Мороз” театрлаштырылған тамашаһы ла бар. Ҡыш бабай, шыршы, Ҡарһылыу хаҡында шаярыу ҡатыш музыкаль кисәлә театрҙың ике труппаһы актерҙары ла ҡатнаша. Йыр, бейеүҙәр менән бергә йыл буйы барған спектаклдәрҙең иң ҡыҙыҡ һәм уңышлы өҙөктәре лә күрһәтелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Яңы йыл марафоны 2022 йылдың 9 ғинуарына тиклем дауам итә.
Рәзилә Ырыҫҡужина,
М.Кәрим исемндәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе.