+21 °С
Дождь
Новости
23 Декабря 2021, 08:01

Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев — Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы

.

Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев — Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһыӨфө блогеры Рөстәм Нәбиев — Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы
Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев — Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы

Омскиҙа казарма емерелгәндә иҫән ҡалған Өфө егете Рөстәм Нәбиев Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһына ағза итеп алынды. Был хаҡта Палата сайтында хәбәр ителә.

Яңылыҡҡа Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев аңлатма бирҙе.

«Яҡташым, Саҡмағош егете Рөстәм Нәбиев Рәсәй президенты указы менән Йәмәғәт палатаһы составына индерелде», — тип яҙҙы ул.

Нәбиев шулай уҡ параспортсы, блогер, ҡулдары менән Рәсәйҙең һәм Европаның иң юғары нөктәһе Эльбрусҡа менеп еткән тәүге кеше булараҡ билдәле.

     https://bash.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас