+20 °С
Облачно
Новости
22 Декабря 2021, 05:30

Радий Хәбиров “Теләктәр шыршыһы” акцияһын башлап ебәрҙе

Башҡортостан Башлығы дүрт теләк яҙылған уйынсыҡты алды. 

Радий Хәбиров “Теләктәр шыршыһы” акцияһын башлап ебәрҙеРадий Хәбиров “Теләктәр шыршыһы” акцияһын башлап ебәрҙе
Радий Хәбиров “Теләктәр шыршыһы” акцияһын башлап ебәрҙе

     Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһендә балалар теләктәре яҙылған яңы йыл ағасы ҡуйылған. Башҡортостан Башлығы дүрт теләк яҙылған уйынсыҡты алды.

     Шишмә районынан 11 йәшлек Евгений Буданов – велосипед, Өфөнән 8 йәшлек Нияз Ҡәйүмов – квадрокоптер тураһында хыяллана, 15 йәшлек Данил Ларуков поезы машинисы булырға, Ейәнсуранан 11 йәшлек Элина Ямағолова Өфө ипподромында һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе алырға теләй. Радий Хәбиров әйтеүенсә, балаларҙың бөтә теләктәре мотлаҡ тормошҡа ашырыла.

      “Теләктәр шыршыһы” акцияһы 2019 йылда башланды. Быйыл унда 531 кеше ҡушылған. Унда Республика Хөкүмәте ағзалары, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, артистар ҡатнаша. Улар етем, инвалид йәки мохтаж ғаиләләрҙә үҫкән балаларҙың яңы йыл теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

     https://bash.news/bash

Автор:
Читайте нас