Рухи-әхлаҡи ғаилә ҡиммәттәрен һыйҙырған ғөрөф-ғәҙәттәр ҙә ситтә ҡалманы. Килендәр уларҙы сәхнәләштереп тә, тапҡыр башҡорт халыҡ мәҡәлдәре аша ла күрһәтте.
Сара ҡатнашыусыларының барыһы ла төрлө өлкә белгестәре. Шуға ҡарамаҫтан, улар конкурс ҡуйған талаптарҙы уңышлы үтте. Өҫтәүенә, килендәрҙе ҡәйнәләр ҙә ауылдаштары менән бергә ҡеүәтләне. Килгән халыҡҡа өҫтәл яраштырып, үҙ конкурсанттарының бәҫен күтәрҙе.
Сараны урындағы ойшмалар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа күтәреп алған. Мәҫәлән, Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстарын хуплау союзы конкурстың бағыусыһы булып сығыш яһаған. Улар конкурста ҡатнашыусыларға милли стилдә тегелдгән күлдәктәр бүләк итте. Ә Гран-при яулаған Дәүләт ауылы килене Илнара Лоҡмановаға семәрле һандыҡ тапшырылды.
Азат Ғәлиуллин