Икенсе эшкә күсеү сәбәпле, Башҡарма комитет рәйесе Ғәлим Яҡупов вәкәләттәрен ҡалдырыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте.
Өфөлә “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитетының ултырышы үтте. Икенсе эшкә күсеү сәбәпле, Башҡарма комитет рәйесе Ғәлим Яҡупов вәкәләттәрен ҡалдырыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте. Ғәмәлдәге уставҡа ярашлы, Башҡарма комитет үҙ ағзаларынан Рәйес һайлай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы тәҡдиме буйынса Башҡарма комитет ағзалары Юлдаш Йосоповтың кандидатураһын хупланы. Яңы һайланған Рәйес - билдәле тарихсы, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының ижтимағи-мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты.
Ғәлим Миңлеғәли улы Яҡупов, оҙаҡ йылдар төрлө телеканалдарҙа етәксе вазифаһында эшләгән, шул иҫәптән «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы етәксеһе булған профессиональ журналист. Уның һүҙҙәренсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы булып ҡала, эшҡыуарлыҡ буйынса комиссия эшен күҙәтеүен дауам итәсәк.
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе вәкәләттәрен туҡтатыу ҡарарым башҡа предприятиеға етәксе вазифаһына күсеүгә бәйле һәм, үкенескә күрә, уларҙы бер юлы атҡарыу мөмкин түгел. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында эшләгән йылдарҙа район, төбәк ҡоролтайҙары һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә Башҡорт теле йылы, Башҡорт тарихы йылы кеүек ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырҙыҡ, улар үҙ сиратында бик күп тарихи, мәҙәни, танып белеү сараларын, башҡорт халҡы ырыуҙары съездарын үҙ эсенә алды. Тәүге тапҡыр Милли матбуғат форумы уҙҙы, ул журналистика өлкәһендә милли кадрҙар әҙерләү этабын башлар, тип ышанам.
Республиканың тыуған яҡты өйрәнеүселәрен, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү яҙмышына битараф булмаған ата-әсәләрҙе берләштерә алдыҡ. Алда Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһында билдәләнгән бик күп бурыстар тора һәм уларҙы тормошҡа ашырыу талап ителә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ғәмәлдәге ағзаһы булып ҡалам һәм артабан да йәмәғәт тормошонда ҡатнашасаҡмын. Беҙҙең ойошманың яңы һайланған рәйесе башланғанды дауам итеп кенә ҡалмаҫ, ә яңы проекттарҙы ла хуплар, тип ышанам. Юлдаш Мөхәмәт улына уңыштар, бөтмәҫ дәрт теләйем, - тине Ғәлим Яҡупов.
Әйткәндәй, Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы авторҙарының береһе булып Юлдаш Йосопов тора:
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе вазифаһы - минең өсөн оло хөрмәт кенә түгел, ҙур яуаплылыҡ та. Ышанысығыҙ өсөн рәхмәтлемен. 2020 йылда Башҡорт халҡының стратегияһы ҡабул ителде, хәҙер уны тормошҡа ашырырға кәрәк. Беҙҙең алда ике ғәйәт ҙур бурыс тора. Беренсеһе - ҡулай башҡорт тел мөхитен булдырыу, унда иң һөҙөмтәле йүнәлештәрен тәҡдим итергә тейешбеҙ. Икенсеһе - ижтимағи һәм мәҙәни башланғыстарҙы, мәҫәлән, "Айыҡ ауыл", Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтен, “Бәйге” конкурсын һәм башҡаларҙы берләштерергә мөмкинлек биргән үҙ-ара эш итеүҙең яңы формаларын үҫтереү, - тине Юлдаш Мөхәмәт улы.
Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА