«Пушкин картаһы» — йәштәрҙе мәҙәниәткә ылыҡтырыу дәүләт программаһы, махсус пластик карта менән мәҙәни сараларға билет һатып алғанда ғына түләргә була. Карта иҫәбенә аҡса дәүләттән бүленә, уны 14-22 йәшлектәр ҡулланырға мөмкин. Проект 2021 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә индерелде.
«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле программала әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булды һәм белем биреү учреждениелары уҡыусылары өсөн концерттар ойошторҙо. Һуңғы айҙа ғына ансамбль Өфөлә 12 концерт күрһәтте, 5000-гә яҡын тамашасы килде. Әйтәйек, Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияла, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, «Химик» мәҙәниәт һарайында, «Орион» ижад һарайында, Ҡала мәҙәниәт һарайында һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәҙәни саралар уҙҙы. Йәш тамашасылар өсөн «Мираҫ» донъя халыҡтары йыр-бейеүҙәренән бай концерт программаһы әҙерләгән: «Күңелле уйындар», «Өс төп», «Берҙәм ғаиләлә», «Гармун», «Төймә», «Диңгеҙ буйында», «Хава нагила», «Маламбо», «Раз вечор» һәм башҡалар. Һәр концерт аншлаг менән үтте, тамашасылар артистарҙы ихлас ҡаршы алды, ә уҡыусыларҙың ҡарашында һоҡланыу бар ине.
«Хәҙерге заманда үҫеп килгән быуынды дөрөҫ тәрбиәләү, сәнғәткә ылыҡтырыу мөһим. Профессиональ ижади коллективтар быға ярҙам күрһәтергә һәм балаларҙы мәҙәни тормошҡа йәлеп итергә тейеш. «Мираҫ» ансамбле сығыштарына йәш тамашасылар йыш йөрөй, һис шикһеҙ, коллектив бейеү донъяһына сумдыра, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтерә, халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтә», — тип белдерҙеләр ансамблдең матбуғат хеҙмәтендә.
https://bash.bashinform.ru/news/culture/2021-12-16/f-n-mira-ansamble-pushkin-karta-y-proekty-buyynsa-kontserttar-men-n-sy-ysh-ya-any-2622051
В 2022 году на Пушкинскую карту начислят 5000 рублей
Пушкинская карта – пропуск в мир культуры для молодых людей от 14 до 22 лет. На счете 3 тысячи рублей, которые можно тратить на различные культурные мероприятия. Сделать это нужно до 31 декабря, иначе баланс сгорит. Проект будет продолжен в 2022 году, а финансирование увеличат – на карту поступит 5 тысяч рублей.
📌Куда пойти — выбирайте на портале «Культура.РФ» или в приложении «Госуслуги. Культура».
Купить билеты на культурные мероприятия можно несколькими способами:
💎 Через приложение «Госуслуги. Культура»
💎 На портале «Культура.РФ» — https://www.culture.ru/pushkinskaya-karta/afisha …
💎 На сайте учреждения, в которое собираетесь пойти
💎 Через билетных операторов Яндекс.Афиша, Kassir, Ticketland и др.
💎 Непосредственно в кассе культурного учреждения.
Карта действует по всей России!