+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2021, 16:16

ҺӨЙӨНСӨ!!! “Тамаша” журналының яңы һаны сыҡты

Ҡулдан-ҡулға йөрөгән китапҡа кәштә кәрәкмәй. Шулай шул: “Тамаша” килһә ярты сәғәткә һалып торма – йомош менән ингән күрше йә килгән туғандар йәшереп алып ҡайтып китә”, – тип йыш ишетергә тура килә журналыбыҙҙы алдырыусы дуҫтарыбыҙҙан)) Был һан да сағыу һәм ҡыҙыҡлы булды. Журнал геройҙарыбыҙ һәм 2021 йылғы лауреаттарыбыҙ кемдәр улар –

Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйенов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының йәш солисткаһы Наҙгөл Ибраһимова, «Тамыр» («БСТ») телеканалының билдәле режиссеры Гөлсәсәк Игебаева, Башҡортостандың халыҡ арти- сы Мәғәфүр Усманов, Башҡорт халыҡ йырҙары, романстар, башҡорт, татар, рус, сит ил композиторҙарының ариялары, эстрада йырҙары, таҡмаҡтар – ошоларҙың барыһын да оҫта, уңышлы башҡарыусы Сәйҙә Ильясова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Кәримова, «Ашҡаҙар» радиоһының алып барыусыһы Сәриә Рамаҙанова, илаһи музыка ҡоралы скрипка  менән биш йәшенән үк дуҫлашҡан виртуоз скрипкасы Илшат Мөслимов, шатлығын да, һағышын да йырҙарына һалып, бар күңелен ижадҡа йүнәлткән Альбина Килдейәрова, рәссам Жәлил Сөләймәнов һәм башҡалар.


Салауат Әбүзәрҙе яратҡанығыҙҙы белеп, “Байраҡ аҫтында” пьесаһын бирҙек был һанда.

Дуҫтар, әле баҫмаларға яҙылыу бара. Компьютерҙан йәки кеҫә телефонығыҙҙан https://podpiska.pochta.ru/press/П2710 һылтанмаһы аша үтеп, ӨЙҘӘН СЫҠМАЙ ҒЫНА ЯҘЫЛЫП БУЛА “Тамаша”ға! Ярты йылға яҙылыу хаҡы 312 һум ғына.

ҺӨЙӨНСӨ!!! “Тамаша” журналының яңы һаны сыҡты
ҺӨЙӨНСӨ!!! “Тамаша” журналының яңы һаны сыҡты
Автор:
Читайте нас: