+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2021, 10:08

«Ете аҙым» марафоны» флешмобы иғлан ителде

#башҡорттелекөнө2021марафон - 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы шиғри флешмоб иғлан итте.  

Уның шарттары буйынса, Мифтахетдин Аҡмулланың иң билдәле ижади ҡомартҡыларының береһе — "Нәсихәттәр"енә таянып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм республиканың район хакимиәте башлыҡтары, әҫәрҙә билдәләнгән ҡиммәттәрҙең асылын күңеленә ятҡан ижади ысул менән (шиғыр, фекер, цитата, йыр һәм башҡалар) сағылдырырға, видеояҙмаға #башҡорттелекөнө2021марафон хештегын ҡуйырға тейеш.

Иман, Күңел, Аҡыл, Шөкөр, Әҙәп, Сабыр, Ихлас — йәшәйешебеҙҙең төп ҡиммәттәрен билдәләгән ғәмәлдәр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә Нәсихәттәрҙең үҙенсәлеген билдәләгән, асылын яҡтыртҡан видеояҙмалар ҡуйыла: рухи саранан ситтә ҡалмағыҙ, ҡушылығыҙ, таратығыҙ!

«Ете аҙым» марафоны» флешмобы иғлан ителде
«Ете аҙым» марафоны» флешмобы иғлан ителде
Автор:
Читайте нас: