0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2021, 12:20

Башҡорт теле көнөнә арналған “Ете аҙым” марафонын бөгөн башҡорт рок-музыканттарының кисәһе башлап ебәрә

.

     Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды, “Без башкортлар” төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 7 декабрҙә "UFTANMA ижадханаһында башҡорт рок-музыканттарының кисәһен уҙғара.

     Сара Башҡорт теле көнөнә арналған “Ете аҙым” марафонын башлап ебәрәсәк. Унда яңы һәм күптән популяр булған рок-композицияларҙың акустик версиялары яңғыраясаҡ, йырҙар башҡорт теленең төрлө диалекттарында башҡарыласаҡ.

      М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары Ш. Бабичтың билдәле шиғырҙарын рок-аранжировкала тәҡдим итәсәк. Сараның хедлайнерҙары – билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев, “Хаят-Исмаил” төркөмө  һәм башҡалар.

      Сара 7 декабрҙә, 19 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 62үсе йорт адресы буйынса "Премьера” кафеһында була.

       Һүрәттә: “Хаят-Исмаил” төркөмө.

Автор:
Читайте нас