Ошо йылдар эсендә конкурс ҙур популярлыҡ яуланы, унда ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. Быйыл да тәҡдим ителгән тема гәзит-журнал биттәрендә, интернет-баҫмаларҙа, радио-телевидение эфирында төрлө яҡтан асылыр тип ышанабыҙ.
Конкурста республика гәзит-журналдары, ҡала, район гәзиттәре редакциялары, шулай уҡ республика электрон киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша ала. Положение ведомствоның рәсми сайтында баҫылған.
Конкурсҡа 2021 йылдың 1 ғинуарынан 20 декабренә тиклем донъя күргән материалдар ҡабул ителә, уларҙың иҫәбе сикләнмәгән. Эштәр 2021 йылдың 20 декабренә хәтлем [email protected] электрон адресына йәки түбәндәге адресҡа ҡабул ителә: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 420-се бүлмә, баҫма матбуғат саралары бүлеге. Телефон: 8 (347) 218-07-72.
Билдәләнгән ваҡыттан һуң ебәрелгән материалдар конкурста ҡатнашмай.