+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2021, 09:43

Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем....

Ҡайҙа иң матур шәлдәр?

Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем....
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем....

Өфөлә ХIV «Башҡорт шәле-2021» фестиваль-конкурсы ойошторола.

Кисә «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында эштәрҙе ҡарау һәм баһалама ағзаларының фекер алышыуы үтте.

Фестиваль-конкурс  «Башҡорт дебет  шәле», «Селтәрле шәл» һәм «Туҡылған башҡорт шәле» номинацияларында уҙғарыла, тип хәбәр итте республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ейәнсура, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Хәйбулла, Мәләүез, Миәкә, Бишбүләк райондары оҫталары үҙ эштәрен тәҡдим итә. Ғәҙәттәгесә, фестивалдә оҫталар «Башҡорт шәленең реклама ролигы» команда ижади конкурсында ҡатнаша. Быйыл ул онлайн-форматта үткәрелә, эштәрҙе Республика халыҡ ижады үҙәгенең Бәйләнештәге рәсми төркөмөндә ҡарарға мөмкин: https: / / vk.com / rcntufa.

2-4 декабрҙә ВДНХ-ЭКСПО комплексында «Өфө. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» күргәҙмә-фестивалендә башҡорт дебет шәле күргәҙмә-йәрминкәһе була, шулай уҡ фестивалдә ҡатнашыусыларҙың эштәре һатыла.  4 декабрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһала һәм еңеүселәр бүләкләнә.

Ҡатнашыусыларҙың эштәрен Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары, жюри рәйесе Нәфисә Тулыбаева, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнур Хөсәйенова, «Башҡорт дебет шәле» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Алһыу Әбсәләмова һәм башҡалар баһалай.

Проектты ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһы.

             Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас: