Тантаналы сара Әсә көнөнә арналды. Ишле, тәрбиәгә бала алған, шулай уҡ инвалид бала ҡараған ғаиләләр ата-әсә ҡаһарманлығы өсөн миҙал менән бүләкләнде.
«Беҙҙең республика – күп милләтле, мәҙәни һәм ғаилә традициялары һаҡланған төбәк. Бында ярты миллиондан ашыу балалы ғаилә йәшәй. Әсәлеккә, аталыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеүҙең әһәмиәтле икәнен аңлап, республика етәкселеге ошо эштең бөтә йүнәлештәре буйынса мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. Йыл һайын ғаиләләргә һәм балаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү, балалыҡ инфраструктураһын нығытыу өсөн яҡынса 100 миллиард һум бүләбеҙ. Яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, хәүефһеҙ һәм заманса балалар ҡаласыҡтары төҙөйбөҙ, парктарҙы төҙөкләндерәбеҙ, өҫтәмә белем биреү учреждениеларын үҫтерәбеҙ, бала тыуҙырыу учреждениеларының матди-техник базаһын нығытабыҙ», - тине Андрей Назаров.
Ишле ғаиләләр республика етәкселегенең даими иғтибары үҙәгендә тора, тип билдәләне премьер-министр. Республикала улар - 50 меңгә яҡын. Уларға белем биреү өлкәһендә, торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү, пособиеларҙың өҫтәмә төрҙәре буйынса ярҙам күрһәтелә, транспорт һалымы түләүҙән азат ителә.
Бүләкләү тантанаһында республика ғорурланырлыҡ ғаиләләр билдәләнде.
Благовещен районынан Миңлезаһиҙә Зәки ҡыҙы һәм Владимир Иванович Шичиндар 36 балаға лайыҡлы ата-әсә булған. Бөгөн ғаиләлә 22 бала тәрбиәләнә, алтауһының һаулыҡ мөмкинлектәре сикле.
Дәүләкән районынан 10 бала тәрбиәләгән Гөлназ Фаил ҡыҙы һәм Айнур Яҡуп улы Ҡорманаевтар әүҙем тормош позицияһын биләй, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙың һәм нығытыуҙың күркәм өлгөһө булып тора. 2021 йылда Айнур Яҡуп улы «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнгән.
https://bash.bashinform.ru/news/politics/2021-11-26/respublikany-10-ail-e-ata-s-a-armanly-y-d-l-t-nagrada-yna-layy-buldy-2598084