Языковолағы район мәҙәниәт йортонда тантаналы шарттарҙа “Йондоҙло” кинозалы асылды.
Благовар районы кино Фонды конкурсында еңеп, “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” Федераль проекты сиктәрендә, Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы ярҙамында заманса кино ҡорамалдары алыу өсөн грант отто. Грант аҡсаһына күп каналлы тауыш системаһы, цифрлы көслө проектор, экран, күрһәтеү серверы, башҡа кино күрһәтеү һәм билет һатыу ҡорамалдары алынған.
Кисә кинозал беренсе тамашасыларын ҡаршы алды.
Благовар районы хакимиәт башлығы Марат Йосопов беренсе кинофильмды күрһәтеүгә старт бирҙе һәм тамашасылар бушлай “Ғаилә йылы” (Рәсәй, комедия, 12+) фильмын ҡараны.