27 ноябрҙә Мәскәүҙә XII «Мисс Офис - 2021» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсының финалы була. Конкурс эшләп йөрөгән йәштәр араһында уҙғарыла.
Финалда төрлө илдәрҙән: Италия, Беларуссия, Германия, Латвия, Чехия, Ҡаҙағстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Вьетнам, Грузия, Португалия, Испаниянан һәм Рәсәй төбәктәренән 30 ҡыҙ ҡатнаша.
Башҡортостан исеменән «Мисс Республика - 2021» конкурсында беренсе вице-мисс исемен яулаған Гүзәл Вилданова сығыш яһай. Уға 25 йәш, сығышы менән Учалы районынан, Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлаған, «MissBash Models» агентлығы моделе.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-11-25/xii-miss-ofis-2021-haly-ara-maturly-konkursynda-bash-ortostandan-g-z-l-vildanova-atnasha-2595829