+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2021, 08:53

Башҡортостанда 18 кеше «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнә

Кемдәр, ҡайҙан улар - 

Документ республиканың рәсми интернет-порталында баҫылған.

Башҡортостанда балалар тәрбиәләүҙәге хеҙмәттәре, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлауға һәм нығытыуға тос өлөш индергән өсөн 18 кеше «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнә.

Указға ярашлы, был наградаларға Благовещен, Дәүләкән, Туймазы, Хәйбулла, Саҡмағош райондарында һәм Өфөлә йәшәүселәр лайыҡ булды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән хеҙмәттәре Башҡортостанды данлаған балалар тәрбиәләгән ата-әсәләрҙе бүләкләйҙәр.

Спортта, ижадта, хәрби хеҙмәттә өлгәшкән ҡаҙаныштарҙан тыш, ғәҙәти тормоштағы героик эштәр ҙә билдәләнә.

Бынан тыш, ун йылдан ашыу өс һәм унан күберәк инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә миҙал менән бүләкләнә.

Автор:Розалиә Вәлиева
https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-11-23/bash-ortostanda-18-keshe-ata-s-a-armanly-y-mi-aly-men-n-b-l-kl-n-2593782
Башҡортостанда 18 кеше «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнә
Башҡортостанда 18 кеше «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнә
Автор:
Читайте нас: