-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2021, 09:00

Донъяның иң яҡшы музыканттары - Өфөлә

Скрипкасыларҙың III халыҡ-ара конкурсы  беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ - СССР-ҙың халыҡ артисы, ЮНЕСКО-ның донъя артисы Владимир Спиваков башланғысы аҫтында үтә. Был мәртәбәле бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергән 300-ләп  йәш скрипкасы араһынан махсус комииссия ағзалары  Япония, Бразилия, Германия, Көньяҡ Корея һәм Рәсәйҙән 11 иң яҡшы музыкантты һайлап алған. 

Донъяның иң яҡшы  музыканттары - Өфөлә
Донъяның иң яҡшы музыканттары - Өфөлә

     Кисә “Башҡортостан” дәүләт концерт залының Бәләкәй залында конкурста ҡатнашыусы йәш скрипкасылар йәрәбә ярҙамында сығыш яһау сиратын билдәләһә, кискеһен Crowne Plaza Ufa – Congress Hotel бинаһында ойошторолған пресс-конференцияла  журналистар жюри рәйесе – Рәсәйҙең халыҡ артисы Михаил Копельман, ағзалары – СССР-ҙың халыҡ артисы, ЮНЕСКО-ның донъя артисы Владимир Спиваков,  Япониянан профессор Дзёдзи Хаттори һәм арҙаҡлы скрипка оҫтаһы, АҠШ вәкиле Джулия Рид менән осрашты. Әйтергә кәрәк, пандемия арҡаһында конкурстың тағы ла бер жюри ағзаһы, Веналағы музыка институты профессоры Борис Кушнир Өфөгә килә алмаған, ул онлайн-форматта баһа бирәсәк.  Ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова бына нимә тине: 

- Беҙ ҙур түҙемһеҙлек менән, шатланып көтөп алдыҡ был конкурсты. Ҡыҙғанысҡа күрә, 2020 йылда пандемия арҡаһында был конкурс үтмәй ҡалды.  Ә быйыл, юғары мәҙәниәт  - классик музыка байрамын ҡаршы алабыҙ. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында быға тиклем үткән конкурстарҙа скрипкасыларҙың сығышын тамашасы хатта баҫып ҡараны - ултырыр урын булманы. Бөтә донъя тура трансляция аша  музыканттарҙың сығышын ҡарай алды. Ошо конкурстарҙан һуң музыка мәктәптәренә уҡырға  балаларҙың, йәштәрҙең күпләп килеүе  бик шатлыҡлы күренеш булды. Бына әле лә бәйгене көтөп алдыҡ, юғары сәнғәт әҫәрҙәрен тыңлап,  йәш музыканттар менән танышырға мөмкинселек тыуасаҡ. Абруйлы жюри ағзаларын Башҡортостан ерендә күреүебеҙгә шатбыҙ. Конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы булышлығында ойошторола. Быға тиклем үткәрелгәндәре кеүек үк,  Скрипкасыларҙың III  халыҡ-ара конкурсы күңелдәрҙә яҡшы тәъҫораттар ҡалдырасағына ышанам. 

- Донъяла килеп тыуған ҡатмарлы хәлдәргә ҡарамай, конкурсҡа килгән жюри ағзаларына рәхмәтемде белдерәм, - тине   Владимир Теодорович Спиваков үҙенең телмәрендә. - Ошо конкурстарҙан һуң балаларҙың музыкаға ынтылыуы - бик матур күренеш. Музыка менән шөғөлләнгән кешеләр башҡаларҙан айырылып тора бит ул- улар тирә-йүнде үҙгәртергә һәләтле, музыкала агрессия юҡ, бер-береһе менән һәйбәт мөнәсәбәттә ижад итәләр. Музыкала мөхәббәт бар, тип әйтер инем. 

     Скрипка оҫтаһы, АҠШ вәкиле Джулия Рид еңеүселәргә биреләсәк приздар хаҡында һөйләне. Улар бик зауыҡлы: 1-се премияға лайыҡ музыкант Италия оҫтаһы Джузеппе Педраццини эшләгән (1918 йыл), 2-се һәм 3-сө урындарға – Франция оҫтаһы Николя Коссендың (1860 – 1870 йылдар), Рәсәй оҫтаһы Игорь Улицкий яһаған (2019 йыл) скрипкалар менән бүләкләнәсәк.

     Осрашыу бик йылы атмосферала үтте. Ҡунаҡтар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр.  

     Конкурс “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙғарыла. 1-се тур 23 ноябрҙә; 2-се тур – 24-дә; 3-сө тур – 25-дә үткәреләсәк. 26 ноябрҙә еңеүселәрҙе ҡотлау һәм гала-концерт ойоштороласаҡ.  Маэстро Спиваков етәкселегендә һәм Рәсәйҙең Милли филармония оркестры солистары ҡатнашлығында республиканың Милли симфония оркестры ла сығыш яһаясаҡ.

     Конкурсты  “Культура.РФ” порталында, “Орфей радиоһы”нда һәм сараны ойоштороусының – Башҡортостандың Милли симфония оркестры сайтында тура эфирҙа ҡарарға мөмкин буласаҡ. 

     Башҡортостан Милли симфония оркестрының генераль директоры,  Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин тамашасының һаулығын һаҡлау саралары хаҡында һөйләне, теләгән кешеләрҙе иң шәп музыканттарҙың сығышын ҡарарға саҡырҙы.

          Владимир Подкользин  фотолары ҡулланылды.

     

     

     

 

 

 

Автор:
Читайте нас