+9 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
23 Ноября 2021, 09:43

2291 яңы йыл шыршыһы

-

Башҡортостанда яңы йыл шыршыларын ҡуя башланылар. Быйыл тотош республикала йәшәүселәрҙе 2291 яңы йыл ҡупшыҡайы ҡыуандырасаҡ.

Коронавирусҡа бәйле урамдағы майҙансыҡтарға айырыуса ҙур иғтибар бүленә, тип хәбәр итте республика Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Йәмғеһе 1 160 яңы йыл ҡаласығы, 756 боҙ һырғалағы һәм 1 173 тау була. Өфөлә яңы йыл майҙансыҡтарын ихаталарҙа ла эшләйҙәр.

Арт-объекттарҙы бер ярым тапҡырға арттырыу күҙаллана. Ә биналарҙы һәм майҙандарҙы яңы йыл уттары биҙәйәсәк. Дөйөм оҙонлоғо — 269 мең метр.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-11-23/bash-ortostanda-2291-ya-y-yyl-shyrshy-y-uyyla-2592909

2291 яңы йыл шыршыһы
2291 яңы йыл шыршыһы
Автор:
Читайте нас