+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2021, 10:37

Башҡорт телендә әкиәт яҙыусылар өсөн конкурс иғлан ителде -

-

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә Башҡорт теле көнөнә арналған "МИНЕҢ ӘКИӘТ" конкурсын иғлан итә.

Конкурс башҡорт телендә әкиәт яҙыусыларға тәғәйенләнгән. Ҡатнашыусылар йәш кимәле буйынса 18 йәшкә тиклем һәм 18 йәштән өлкәндәргә бүленә.

Әкиәттәргә талаптар:

- яңы, үҙенсәлекле сюжет;

- күләме буйынса әкиәт 3 биткә тиклем, Times New Roman шрифты, 14 кегль, 1,5 интерваллы булырға тейеш.

Эштәрегеҙҙе ебәргәндә, беренсе битендә әкиәттең исемен, исем-шәрифегеҙҙе тулыһынса, йәшегеҙҙе, тыуған ерегеҙҙе, эл.почтағыҙҙы һәм телефон һандарығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ.

Әкиәттәр [email protected] адресы буйынса 5-се декабргә тиклем ҡабул ителә. Шулай уҡ эштәрегеҙҙе социаль селтәрҙә #МинеңӘкиәт2021 хештегы аҫтында һалыу мотлаҡ.

Әкиәттәр, баһалама ағзалары күҙлегенән үткәс, бер ПДФ форматҡа йыйылып, социаль селтәрҙәрҙә һәм мәктәптәргә таратыла. Иң шәп әкиәттәр республика балалар гәзит-журналдарында баҫыласаҡ.

https://kulturarb.ru/ba/news/bashҡort-telendә-әkiәt-yaҙyusylar-өsөn-konkurs-iғlan-itelde

Башҡорт телендә әкиәт яҙыусылар өсөн конкурс иғлан ителде -
Башҡорт телендә әкиәт яҙыусылар өсөн конкурс иғлан ителде -
Автор:
Читайте нас: