11 августа Олег Хановҡа 70 йәш тулды. Ижади биографияһы уның ҡабатланмаҫ ижади стилен булдырған төрлө ваҡиғаларға бай: иңендә ҙур актерлыҡ тәжрибәһе, режиссерлыҡ ижады, административ һәм художество етәкселек эшмәкәрлеге. 1973 йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлай, 2012-2019 йылдарҙа театрҙың художество етәксеһе була. Актер Олег Ханов башҡорт, рус һәм донъя драматургияһы әҫәрҙәрендә сағыу ролдәр тыуҙырҙы. Режиссер булып эшләгәндә Рәсәй, сит ил һәм милли драматургия буйынса төрлө жанрҙағы спектаклдәрҙе сәхнәгә сығарҙы.
https://bash.bashinform.ru/news/culture/2021-11-17/f-l-bash-ort-teatry-k-renekle-akter-m-rezhisser-oleg-hanovty-yubileyyn-bild-l-y-r-2586622