-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2021, 12:32

Өфө уҡыусыһы Мәскәүҙә Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы -

-

Туғыҙ йәшлек Регина Хужина «Miss & Mister Effulgence» Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсынан «Мини мисс» исемен яулап ҡайтты. Конкурс 11-13 ноябрҙә Мәскәүҙә уҙҙы.

«Мин бик бәхетлемен! Минең өсөн Халыҡ-ара кимәлдәге конкурста Башҡортостан исеменән сығыш яһау — оло мәртәбә. Өмөттәрҙе аҡлағаным өсөн бик шатмын. Мине хуплап, дәртләндереп торғандарҙың һәммәһенә лә, айырыуса миңә ныҡ ышанған ғаиләмә ҙур рәхмәт белдерәм. Конкурсты ойоштороусыларға ла рәхмәт», — тип яҙҙы Регина Инстаграмда.

Ҡыҙ Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҡый. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар төркөмөндә бейеү менән шөғөлләнә.

Регинаны был конкурсҡа «Һомай» театр-дефилеһы» мәҙәниәтте һәм ижадты үҫтереү студияһы әҙерләгән. Быйыл май айында Регина балалар номинацияһында «Башҡортостан гүзәле» исеменә һәм Гран-приға лайыҡ булғайны.

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2021-11-16/f-u-yusy-y-m-sk-haly-ara-maturly-konkursynda-gran-pri-yaulany-2584765

Өфө уҡыусыһы Мәскәүҙә Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы -
Өфө уҡыусыһы Мәскәүҙә Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы -
Автор:
Читайте нас