Красноярскиҙа XV «Мисс Азия-Себер - 2021» милләт-ара матурлыҡ һәм талант конкурсы уҙҙы.
Башҡортостандан унда «Мисс Республика - 2021» конкурсы еңеүсеһе, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, 21 йәшлек Илүзә Иҫәндәүләтова ҡатнашты. Конкурс һынауҙарын үтеп, Илүзә «1-се вице-мисс Азия-Себер - 2021» исеменә лайыҡ булды.
Конкурста Тыва, Яҡутстан, Татарстан, Хакасия, Алтай, Монголия, Бүрәтстан, Башҡортостан ҡыҙҙары ҡатнашты.
Улар рус һәм телдәрендә үҙҙәре, тыуған төйәге, үҙ халҡының бөйөк ҡатын-ҡыҙҙары менән таныштырҙы. Һәр береһе милли ижади номер күрһәтте. Шулай уҡ милли кейемдәрҙә һәм киске күлдәктәрҙә дефиле ойошторолдо.
https://bash.bashinform.ru/news/culture/2021-11-12/bash-ort-ylyu-ayy-1-se-vitse-miss-aziya-seber-2021-isemen-layy-buldy-2580700